Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Марта 2020, 14:35

Бер тәүлек эсендә атаһы ла, ҡыҙы ла фажиғәле һәләк булған

Әбйәлил ҡыҙы Э. - ны Сочиҙа кем үлтергән?


Баҡһаң, үҙен ирҙәр кеүек тотоусы Э.- ға өйҙәш ҡатыны бысаҡ менән сәнскән. Әйтеүҙәренсә, фажиғә көнләшеү арҡаһында килеп тыуған. Ҡатындар мөнәсәбәттәрен бер кемдән дә йәшермәгән, социаль селтәрҙәрҙә асыҡтан-асыҡ бергә төшкән фотоларын ҡуйған.


Төнө буйы байрам иткән Э. менән М. араһында таңға ҡарай бәхәс сыҡҡан, талаш бысаҡҡа барып еткән. М. яратҡан кешеһенең йөрәгенә бер-нисә тапҡыр сәнскән һәм фатир хужаһына шылтыратҡан. Тегеһе "Тиҙ ярҙам" менән полицияны саҡыртҡан. Үкенескә күрә, Э., иҫенә килә алмайынса, йән биргән.


Үлтереүсе үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙған: "Яҡын кешем, ғәфү ит! Һин иртә, йәшләй генә киттең. Мин беҙҙең осрашыуҙарҙы, яңғыратып көлөүеңде һағынам. Ярҙам итә алмауым өсөн ғәфү ит. Һине тағы, тағы яҡлар һәм һаҡлар инем!" Енәйәтсе М. - ның бәлиғ булмаған балаһы бар. Бөгөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Яҙмыштың ҡаты һынауы - ошо уҡ иртәлә Э. - ның атаһы ла Әбйәлилдә фажиғәле һәләк булған. Туғандар, кеше ҡайғыһына битараф булмаған яҡташтар тиҙ арала Сочиҙағы мәйетхана һәм Сочи - Өфө авиа ("йөк

200") хеҙмәттәре өсөн кәрәкле сумма йыйған.


Э. - ны тыуған ауылында, атаһы менән бер көндә ерләгәндәр.
Читайте нас