Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Марта 2020, 14:32

Учалыла сит илдән килеүселәрҙе тикшерәләр

Был турала Учалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сит илдән килеүселәр өйҙәрендә карантинда ятырға тейеш.
«Ихтирам» ойошмаһының социаль хеҙмәткәрҙәре, РФ ЭЭМ Учалы районы буйынса бүлеге һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уларҙың өйҙәме-юҡмы икәнлеген тикшерә, һаулыҡтарын белешә, аҙыҡ-түлек килтереүҙе хәстәрләй.
Өйҙә карантинда ятыусылар менән домофон, телефон аша ғына бәйләнешкә инәләр.
Өс төркөм кисәге 36 кешене тикшерһә, бөгөн бер төркөм райондағы 14 йортто барланы.
Тағы ла бер төркөм ҡалала йәшәүселәргә барып сыҡты: биш фатирҙың икеһендә генә хужалар өйҙә була, ҡалғандарының домофоны яуап бирмәй - уларға ҡарата акт төҙөләсәк һәм ҡабаттан тикшереләсәктәр.
Учалылар Ҡаҙағстан, Вьетнам, Германия, Ғәрәпстан, Франция һәм башҡа илдәрҙән ҡайтҡан.

Ситтән ҡайтыусылар ике аҙна мотлаҡ карантинда булырға тейеш!
Фото: ВК-нан.
Читайте нас