Беренсеһе: мәғлүмәт базаһында юл участкаларын яңыртыу. Һәр юлға - айырым бер билдә һәм һан.
Икенсе этапта юлдағы соҡорҙарҙы фотоға төшөрөп, цифрлаштырыу. Унда дефекттың киңлеге, тәрәнлеге, майҙаны ла күрһәтелергә тейеш.
Өсөнсө этабы: ремонтлау буйынса фотоотчет.
Ярайһы ойошторолған эш кеүек күренә. Әммә соҡорҙар ҙа күп. Уларҙы бөтөрөү юл торошон күпкә яҡшыртыу тигән һүҙ. Ә беҙҙә "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты ҡуйған маҡсаттарға, күҙалланған күрһәткестәргә ирешергә кәрәк.
Әлеге программа, йәғни соҡорҙарҙы ремонтлау, шул маҡсаттан алып барылған эш.
Әйткәндәй, Өфөнөң Киров районында базаға 2303 юл участкаһының 1667-һе индерелгән, шуларҙа 1335 соҡор цифрлаштырылған.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.