Күп урынлы был дауахана донъялағы һуңғы айҙарҙағы эпидемиология хәлен иҫәпкә алып төҙөлә. Уны тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итеү, ультратауыш һәм ренген тикшереүҙәре үткәреү өсөн күсмә препараттар һатып алыу күҙаллана. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә хәүефһеҙ эшләү шарттары ҡарала. Дауахананы 2020 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар.