Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Марта 2020, 06:38

Ашығыс хәбәр! Өфөлә өс кешелә "теге" ауырыу - коронавирус табылған!

Бының турала социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров яңы ғына белдерҙе. Тулыраҡ - сайтта:

"Беҙҙә Covid19 асыҡланған тәүге өс сирле асыҡланды. Көтөүебеҙсә уларҙың икәүһе сит илдән килгән, тағы ла бер Өфө кешеһе эш буйынса йыш ҡына Мәскәүгә барып йөрөгән. Уларҙың барыһына ла изоляция яһалған, аралашҡан кешеләре диагноз раҫланғансы беҙ индергән билдәле регламент буйынса тикшерелә.
Был факт хәүефтең бик етди булыуын күрһәтә. Һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Сит илдәрҙән ҡайтыусылар карантинға китергә тейеш, был талапты үтәмәү закон буйынса эҙәрлекләнәсәк. Беҙҙә ресурстар бар, процестар менән идара итә алабыҙ. Инструкцияларҙы үтәгеҙ, барыһы ла минималь эҙемтәләр менән тамамаланасаҡ", - тиелгән унда.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас