Тикшереү барышында уның үлтерелеүе асыҡлана, енәйәткә ҡағылышлы кешегә ориентировканы тараталар.
Дежур частың начальнигы төш ваҡытында эҙләнгән кешегә оҡшаш ирҙе күреп ҡала. Был турала енәйәт эше бүлеге начальнигына белдереп, икәүләп ул ирҙе тотоп, дежур часҡа килтерәләр.
Әлегә билдәле булыуынса, 37 йәшлек ир фатир хужаһы менән иҫерткес эсемлектәр эсеп ултырғанда ирешеп китәләр һәм береһе икенсеһенең башын яра һуға ла, уны ванна бүлмәһенә һөйрәтеп алып барып, енәйәт урынынан тая.
Ул иргә РФ ЕК 105-се ст. 1-се б. буйынса ("Кеше үлтереү") енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә Дарина Горчакова.