Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2020, 15:50

Радик Юлъяҡшин социаль йыр әҙерләй

Билдәле йәш йырсы Элвин Грейҙың был яңы ижады Иосиф Бродский шиғырынан. Көйҙө, Радик үҙе әйтеүенсә, йәмәғәт эшмәкәре, дуҫы Ростислав Мырҙағолов яҙған. Был үҙенсәлекле ижадсылар беҙҙе аптыратырмы икән?

“Не выходи их комнаты” тип атала икән яңы йыр. “Слейся с обоями, забаррикадируйся от космоса, эроса, расы, вируса” тигән һүҙҙәре менән бөгөнгө ваҡиғаларға бигерәк тап килеп тора.
Рэп буласаҡ был.
“Я давно чувствую, что моя аудитория хочет говорить о чем-то очень важном и уверен, что песня станет исключительно востребованной в наше тревожное время”, - тигән Радик Юлъяҡшин.
Тиҙҙән йырҙы ишетәсәкбеҙ ҙә. Уны талантлы милләттәшебеҙ башҡарыуындағы бер хитҡа әүерелер, тип өмөтләнәйек.
Фото: vk.com
Читайте нас: