Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2020, 09:11

Мәсетлелә матур бер йорт ҡалҡты

Оло Ыҡтамаҡ халҡы яңы балалар баҡсаһына ҡыуанып бөтә алмай.

140 урынлыҡ балалар баҡсаһы "Демография" милли проектҡа ярашлы төҙөлгән. Ясли, бәләкәй, урта һәм өлкән төркөмдәр өсөн кабинеттар, уйын һәм йоҡо бүлмәләрендә барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған.

Бинала музыка һәм физкультура залдары, методик кабинет, медицина, кер йыуыу һәм аш-һыу блоктары ла бар. Баҡса биләмәһе уйын майҙансыҡтары һәм беседкалар менән йыһазландырылған.

Читайте нас