Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2020, 16:42

Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма

Йылға-күлдәрҙә боҙ көндән-көн йоҡара, әммә балыҡсылар һаны кәмемәй. Был ваҡытта яратҡан шөғөлдәрен ҡуйып торһалар ҙа була инде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала Краснокама районында Ағиҙелдә ҡаргиҙәрҙә йөрөгән ике кеше саҡ боҙ аҫтына китеп бармай, ә Белорет районында ир Ағиҙелгә батып һәләк була.

Өлкәндәргә айырыуса балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, ғәҙәттә улар боҙ өҫтөндә шаярырға, уйнарға, үҙҙәрен һынарға ярата.
ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ:
Яҙғы боҙға ышаныс юҡ.
Яр буйҙарында боҙ тиҙерәк ирей.
Ҡар менән ҡапланған боҙ тиҙ генә кәүшәкләнә.

Фото: ВК-нан.
Читайте нас