Кисәге таң менән 69 йәшлек ҡатын эшкә китеп барғанында, аңғармаҫтан арттан ир йүгереп килеп, уның сумкаһына йәбешә.
Ҡатын сумкаһын бирмәҫкә тырыша, ләкин ир уның ҡулын ҡайырып, барыбер яуыз ниәтен бойомға ашыра.
Ҡасып китешләй ир сумканан 20 мең һум аҡсаны һәм телефонды алып, сумканы бәреп китә.
Ҡатынды талағандарын күргән шаһиттар шунда уҡ был турала полицияға хәбәр итә. Дежур частың хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән кеше талаусының билдәләрен нарядтарға хәбәр итә.
15 минуттан ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте полкының инспекторҙары енәйәтсене Рәсәй урамында тотоп, полиция бүлегенә килтерә.
Тикшереү барышында урланған әйберҙәр - енәйәтселә, сумка бер ихата эсендә табыла.
Кеше талаусы үҙ ғәйебен танған. Уға ҡарата РФ ЕК 161-се ст. 2-се б. буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.