Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2020, 16:00

Юл фажиғәләре - 12 март

Көндөҙ сәғәт өсөнсөлә Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйлап китеп барған автобус кинәт туҡтай. Сығырға әҙерләнеп баҫҡан 70 йәшлек ҡатын йығылып, йәрәхәтләнә.

Башҡа йәһәттән көн сағыштырмаса тыныс үткән. Һәр саҡ шулай булып торһасы!
Тәүлек эсендә инспекторҙар 2500-гә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, 20 иҫерек водителде тотҡан, урланған автомобилде эҙләп тапҡан, тип хәбәр итә БР буйынса ЭЭМ ЮХХДИ идаралығы.
Фото: БР буйынса ЭЭМ ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас