Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2020, 06:50

Ҡунаҡсыллыҡты күрһәтә белергә лә кәрәк

Радий Хәбиров "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалсылары әҙерләгән туризм буйынса проекттарҙың презентацияһында ҡатнашты.

Сараның төбәк этабы кисә башланғайны. Конкурсты тантаналы асыуға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Олег Машковцев та килде.
Рәсәйҙең 12 төбәгенән 89 конкурсант туризм тармағындағы проекттарын күрһәтә. Беҙҙең республиканан 42 кеше ҡатнаша. Мәскәүҙән, Төмәндән, Туланан, Кировтан, Волгоградтан һәм күрше өлкә-республикаларҙан килгәндәр.
БР Башлығы Радий Хәбиров һынау тотоусыларҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарын юғары баһаланы.
- Башҡортостанда ҡунаҡ ҡаршыларға һәр ваҡыт яраттылар. Һуңғы йылдарҙа беҙ был йүнәлеште системалы рәүештә үҫтерәбеҙ. Туризм - иҡтисадтың мөһим өлкәләренең береһе, уның потенциалы бик ҙур. Шуға ла тәҡдимдәр һәм проекттар беҙгә бик ҡыҙыҡ. Улар беҙҙең ҙур эшебеҙҙә байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Эшҡыуарҙарға булышлыҡ итергә әҙербеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Ярымфинал этабында еңеүсе, әгәр ҙә проектын беҙҙә ғәмәлгә ашырырға ниәтләһә, республика грантын аласаҡ. Башлығы тағы шуныһын билдәләне: туризм тармағында кадрҙар әҙерләү өсөн һөнәри уҡыу йорттары базаһында уҡытыу программалары төҙөргә кәрәк.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.
Читайте нас