Бында юл мастеры Радик Ғәлиев етәкселегендә бригадала өс эшсе, ике тракторҙа фреза һәм щетка, "КамАЗ" үҙбушатҡысы эшләй. ДРСУ-ның икенсе бригадаһы иһә Салауат ҡалаһы йүнәлешендә йөрөй.
Тәүҙә оҙонлоғо-киңлеге 35 сантиметрҙан артҡан һәм тәрәнлеге 5 сантиметрға еткән соҡорҙар фреза менән ҡырыла. Унан һуң щеткалап һәм һауа өрҙөрөп таҙартыла, пропанлы горелка менән йылытыла һәм һалҡын асфальт һалына. Уны ла ҡыҙҙыралар һәм виброплитә менән тығыҙайталар. Шулай итеп көн дә бер сменала 40-50 квадрат метр соҡор ямала.