Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2020, 09:00

Көн боҙола...

Башгидромет хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағында һауа торошонда ҡырҡа үҙгәреш көтөлә.

Көн болотло була һәм урыны менән ямғыр яуа. Ел көслө генә.
Температура көндөҙ +5 самаһы булһа, төндә минусҡа төшөүе ихтимал. Бына һиңә көндөҙ яуған ямғырҙы туңдырырға йәтеш.
Шәмбелә төндә боҙло ямғыр яуыуы мөмкин. Юлдарҙа үтә һаҡ булығыҙ! Боҙлауыҡ!
Йәкшәмбелә лә март мартлығын итәсәк – ҡар ҙа яуа, урыны менән ямғыр ҙа, ел дә була.
Артабан көндөң бер аҙ һыуытыуы фаразлана.
Фото: vk.com
Читайте нас