Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2020, 11:00

Элекке спорт министры Белорет районын етәкләйәсәк

Башҡортостандың элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта рәсми рәүештә Белорет районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Кисә район советы депутаттары уны Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү өсөн тауыш бирҙе.

«Ышанысығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм, — тип яҙҙы Андрей Иванюта «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. — Был минең өсөн дә бик ҙур яуаплылыҡ. Яңы этап башлана».
Ул Белорет районына һөйөүен дә белдерҙе.
«Бала саҡта атайым менән ошонда тәбиғәткә килә инем, һуңынан үҙем бөтә тауҙарҙы йөрөп сыҡтым, йылғалар буйлап аҡтым һәм туристик маршруттар буйынса төркөмдәрҙе йөрөттөм. Урындағы тәбиғәт миңә көс, энергия бирә. Бындағы халыҡ менән һоҡланам, улар менән күп йылдар дуҫмын. Беҙҙең район – республикала иң матуры ғына түгел, иң өмөтлөһө лә тип иҫәпләйем», — тине муниципалитеттың яңы башлығы.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас