"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, "2.0 төбәк экспорт стандарты" пилот проекты ла эшләй башланы. ситкә продукцияһын һатыусы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын дәртләндереү маҡсатында субсидиялау механизмы ла барлыҡҡа килде.
Быйылдан республика Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, етештереүселәрҙең сит илдә тауарын сертификациялау буйынса сығымдарын да субсидиялаясаҡ. Рәсәй экспорт үҙәге булышлығы менән беҙҙең 22 компания "Made in Russia" сертификаты алды. Тағы һигеҙе юғары технологиялы продукцияһын ситкә сығарыу өсөн федераль субсидияны файҙаланды.
Әйткәндәй, "Alibaba" (Ҡытайҙың иң бай кешеләренең береһе Джек Маның компанияһы) майҙандарында 100 башҡорт тауары бар. Быйыл Ebay, Amazon, Allbiz кеүектәргә сығырға иҫәп тоталар.
БР Башлығы Радий Хәбиров та республикала экспортҡа булышлыҡ итеү эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.