+26 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2020, 12:15
Гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫеше буйынса грант конкурсында ҡатнашайыҡ!
Ғаризалар 18 мартҡа тиклем grant.openrepublic.ru сайтында "Конкурстар" бүлегендә электрон хәлдә ҡабул ителә. БР Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешенә бағышланған грант конкурсында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) ҡатнашырға хоҡуҡлы. Дөйөм бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә.
Әлегә БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды республиканың 50-нән ашыу НКО-һынан документтар ҡабул иткән.
Конкурс туғыҙ йүнәлештә үтә. Улар:
- фән һәм мәғариф,
- граждандарҙы социаль ярҙам итеү һәм яҡлау,
- ғаиләне, ата-әсәне, баланы яҡлау,
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау,
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, хайуандарға ҡулайлы йәшәү мөхите булдырыу, уларҙы һаҡлау,
- йәштәр сәйәсәте,
- милләт-ара һәм дин-ара килешеүҙе нығытыу,
- граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам итеү,
- һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спортты таратыу.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"