Земфира үҙе “ҡояш балаһы” әсәһе булараҡ, инклюзив проектты уйлап тапҡан. Студияның үҙенсәлеге – ауырыу балалар менән 4-18 йәштәге һау балалар һәм ата-әсәләр бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ, ти. “Йыш ҡына ата-әсәләр сирле бала күрһә, ерәнеүле ҡараш ташлай, шуға күрә иң тәүҙә өлкәндәрҙе “дауаларға” кәрәк”, - тип һөйләй алып барыусы. Был хаҡта "Башинформ" хәбәр итә.
Балалар менән Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко, Ленария Хажиева, көршәк яһау оҫтаһы Бабкен Туманян шөғөлләнәсәк.