Рәсәйҙең билдәле спортсыһы дистанция буйынса лидерҙар рәтендә килеп, финишҡа өс саҡрым ҡалғас, бәйге хужаһы Симен Крюгер менән алға ташлана. Финишҡа етәрәк, беҙҙең саңғысы дәғүәсеһенән 0,9 секундҡа алдараҡ һыҙыҡты үтеп, алтын миҙал яулай. Шулай уҡ Рәсәй командаһынан Алексей Червоткин, Александр Бессмертных һәм Иван Якимушкин көслө 20 спортсы исемдегенә инә. Ә бына Большуновтың дөйөм еңеүгә төп дәғүәсеһе, Норвегия спортсыһы Йоханнес Клебо финишта 15-се була.