Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Март 2020, 23:25

Өфөлә бәләкәс кенә "гаишник" машина йөрөткән апайҙарҙы ҡотлаған

Бер үҙе йөрөгәнме әллә тип ҡурҡмағыҙ - ул ысын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән автомобилсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы "Ҡала советы" туҡталышында ләлә сәскәләре биреп ҡыуандырған.

Малайҙың исеме Азамат, ул ЮИД йәш хәрәкәт инспекторы. Ағайҙары әйтеүенсә, улар йәш коллегаһы менән машина йөрөткән апайҙарҙы оригиналь ҡотларға теләгән.
Инспекторҙар Азаматты һәр ваҡыт ҡулынан тотоп торған һәм юлға үткәрмәгән. Тәүҙә улар машинаны туҡтатҡан һәм малай бер аҙҙан сәскә тотоп килгән.
Әйтергә кәрәк, 6 мартта Рәсәйҙә ЮИД хәрәкәтенә 47 йыл тулған, был датаны бар илдә билдәләгәндәр. Йәш инспекторҙарҙың формаһы өлкәндәрҙеке менән бер иш.
Фото:Т.Аманов
Читайте нас: