Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2020, 10:35

Үзбәктәр ҙә хоккей уйнарға өйрәнде…

Үзбәкстандың «Хумо» командаһы плей-оффтың алтынсы осрашыуында Нефтекаманың тәжрибәле «Торос» уйынсыларын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отоп, дөйөм иҫәпте йәнә тигеҙләне.

Беренселек дебютанты, тәүге ике уйында «Торос» клубына еңелгәс, үҙендә ҡунаҡтарҙы ике тапҡыр отоп, дөйөм иҫәпте тигеҙләгәйне. Бишенсе бәйгелә Нефтекама уйынсылары йәнә өҫтөнлөк итеп, алға сыға. Һәм бына сираттағы бәйгелә «Хумо» клубы «Торос»ты өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә алдырып, иҫәпте йәнә тигеҙләне. Етенсе хәл иткес уйын Нефтекамала буласаҡ. Белеүегеҙсә, беҙҙең уйынсылар үҙ тарихында өс тапҡыр кубокты яулағайны.
Фото:ТАСС
Читайте нас