Коронавирус эпидемияһы башланғас, уларҙың күптәре тыуған илдәренә ҡайтты. Пандемия ҡоторған ил менән сиктәр ябылғас, хәҙер юл йөрөүе ҡатмарлашты. Ошо көндәрҙә Өфөнән бер студентҡа Көньяҡ Корея аша тыуған республикаһына ҡайтырға мәжбүр булған. Үҙен насар тойғас, температураһы күтәрелгәс, поликлиникаға барған. Табиптар ҡыҙҙы ашығыс рәүештә 4-се инфекция дауаханаһына оҙатҡандар. Дауалау учреждениеһын дезинфекциялағандар.