Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2020, 08:26

Зөмәрә апайҙың элекке һәм хәҙерге фотоһүрәтен күрһәтәбеҙ

Фотохәбәрсе Юлай Кәримовтың шәхси ижади архивы ынйы бөртөктәре - фотоһүрәттәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бына был карточкала Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән Зөмәрә Хушмөхәмәтова (Ғатауллина) һүрәтләнгән.


Беҙ яңыраҡ был фотола Гөлйемеш Хәсәнова тип биргәйнек - яңылышҡанбыҙ. Зөмәрә апай үҙе беҙгә бәйләнешкә инде, "һүрәттә мин" тип төҙәтте. Баҡтиһәң, 8-селә уҡыған мәлендә, Юлай Салауат улы килеп, фотоға төшөргән булған.


- Гөлйемеш ике класҡа түбән уҡыны. Мин хәҙер әсәй генә түгел, өләсәйгә әйләндем. Италияла йәшәйем, - тип яҙҙы апай. Беҙ унан хәҙерге ҡиәфәттә фото төшөрөп ебәрергә һораныҡ.


Яуап хәбәр оҙаҡ көттөрмәне:
- Хәйерле көн, хөрмәтле "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәрҙәре! Кисә һөйләшкәнсә фотомды ебәрәм. Әлеге көндә Италиянын Сорренто ҡалаһында туристик агентлыҡта тәржемәсе булып эшләйем. Белем биргән уҡытыусыларыма, көтөп торған туғандарыма, яҡындарыма ҙур рәхмәтемде, ҡайнар сәләмдәремде еткерәм! - тигән Зөмәрә апай.


Фотомонтажды күрһәтәбеҙ.
Фото: Юлай Кәримов


Читайте нас