Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2020, 14:01

Үҙ әсәһен үлтергән

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы буйынса тәфтиш бүлеге 42 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асҡан. Яуапҡа тарттырылыусы әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнә.

Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 мартта Өфө ҡалаһының Блюхер урамындағы йорттағы фатирҙарҙың береһендә 76 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.
«Тикшереү барышында ғәйепләнеүсенең фатирҙа булыуы, әсәһенең муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсеүе асыҡлана. Алған яраларынан пенсионер ҡатын шунда уҡ йән бирә. Шул уҡ көндә әсәһен күрергә тип килгән ағаһы, был хәлде күреп, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Яуапҡа тарттырылыусы үҙенең ғәйебен таный, яуаплылыҡтан баш тартмай», – тип хәбәр итәләр ведмствонан.
Әле иһә енәйәтсегә яза сараһы итеп, һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе ҡарала. Уға ҡарата психолог-психиатр суд экспертизаһы үткәреү ҙә күҙаллана.
Фото:Яндекс.
Читайте нас