Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2020, 11:20

Милли проект: Юлдар туристар өсөн дә хәүефһеҙ булырға тейеш

БР Башлығы Радий Хәбиров "Транспорт сәғәте"ндә ҡыҫҡа арала туристик трасса һәм маршруттарҙы айырым билдәләр менән йыһазландырырға ҡушты. Туристарҙың да юлы хәүефһеҙ булырға тейеш.

- Республикала бик күп юл тамғаһы ҡуйылырға тейеш, уларҙың һаны 250 меңгә етә, - тине Радий Фәрит улы.
Беҙҙәге тамғаларҙы «Ремстройдормаш» заводында етештерәләр. Юл күрһәткестәре әҙерләү буйынса БР Туризм, эшҡыуарлыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеттары шөғөлләнә.
Бөгөнгә 108 туристик объект хаҡында юл билдәләре ҡуйыу хаҡында килешенгән. Улар - иң билдәле маршруттар.
Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн был эш тә булышлыҡ итәсәк тип көтөлә. Сөнки юл билдәһе булһа, юлсылар ҙа тыныс, билдә ҡуйған саҡта юлдың торошо ла тикшерелә.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: