Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2020, 11:45

Нотариустарҙы ла алдарға маташалар

Башҡортостан илдә күсемһеҙ милекте теркәгәндә ялған документтар асыҡланған ун төбәк исемлегенә ингән.

Беҙҙә 22 осраҡ теркәлгән. Антирейтингта иң юғары баҫҡыста Красноярск крайы менән Санкт- Петербург тора. Нотариустар бөтәһе 30 төбәктә ялған документтарҙы килтереүҙең 186 осрағын асыҡлаған. Күп осраҡта ышаныс ҡағыҙҙары , милеккә хоҡуҡ, шахеснамәләр ялған булып сыға. Граждандарҙы фатир, йорттарын залогҡа бирәбеҙ, тип һатыу, бүләк итеү килешеүҙәрен яҙҙыралар. Нотариустарға Берҙәм мәғлүмәт системаһына инеү мөмкинлеге бирелеүе мутлашыу осраҡтарын асыҡларға ярҙам итә.
Фото: realty.rbc.ru
Читайте нас