Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2020, 20:02

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙенсәлекле конкурс иғлан ителгән!

Башҡа ҡала һәм райондар ҙа өлгө алһа ине!!!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте "Ашҡаҙар" гәзите редакцияһы менән берлектә Башҡорт теле һәм Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә "Хатаһыҙ ҡала" конкурсы башлап ебәрҙе. Унда ҡатнашыу өсөн бары тик хаталары булған алтаҡталарҙы фотоға төшөрөп, редакция адресына ебәрергә кәрәк. Бәйге 1 декабргә тиклем дауам итә, ә иң әүҙемдәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгән.
Был конкурс ярҙамында Стәрлетамаҡ ысынлап та хатаһыҙ ҡала буласаҡ. Ә башҡа төбәктәр бындай бәйге иғлан итһә нисек шәп булыр ине, эйе бит, дуҫтар!
Фотола конкурсҡа килгән эштәрҙең береһе.
Читайте нас