Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2020, 11:35

Беренсе балаға "маткап" - Путин указға ҡул ҡуйҙы

Ғаиләлә беренсе бала тыуғас та әсәлек капиталына сертификат бирелә башлаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы. Бының турала хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталына һылтанып, ТАСС хәбәр итә.


Документҡа ярашлы, программа 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙонайтылған. Ике балалы ғаиләләргә түләү күләме артасаҡ. Сумманы йыл һайын индекслау ҙа ҡаралған.
Капитал түбәндәсә тәшкил итәсәк:

- әгәр ҙә ғаиләлә 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып беренсе бала тыуған йәки уллыҡҡа/ҡыҙлыҡҡа алынған - 466 617 һум,

- әгәр ҙә икенсе йәки унан һуңғы бала тыуһа - 616 617 һум.
Был үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә, ғаиләләр әсәлек капиталын йорт төҙөүгә йәки ремонтлауға (шул иҫәптән баҡса ер биләмәләрендә) йүнәлтә аласаҡ. Быйыл беренсе һәм икенсе бала өсөн аҡсаға миллиондан ашыу ғаилә өмөт итә аласаҡ.
Фото: Т.Аманов



Читайте нас: