+24 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2020, 03:36
Тырышһаң, үҫтерергә була
Петуния үҫентеһен үҫтереү буйынса үҙемдең серҙәрем менән бүлешәм.
Япмалы һауытҡа тупраҡ, уның өҫтөнә ҡар һалам да, орлоҡтарҙы һибәм. Һуңынан ҡапҡасын ябам йә шыптырҙаҡ (полиэтилен) эсенә ултыртам да йылыға (20 – 25 градус) ҡуям.
Әгәр тупрағы ҡоро булып, ирегән ҡар һыуы еүешләй алмаһа, һауыттың ситтәренән генә ҡаты сәй төҫөндәге фитоспорин иретмәһе ҡойорға кәрәк. Уны һиптергес менән дә һиптереп сығырға мөмкин.
Көн һайын бер-ике минутҡа ҡапҡастарын асып торам, уларҙағы парҙы (конденсат) һөртөп алам.
Өс көндән яҡты урынға урынлаштырам. Юғиһә ҡайһы бер «ҡабаланғандары», шытып сығып, оҙоная башлай.
Аҡ ептәре (тамыр буласаҡ) күренә башлау менән ҡапҡастарын саҡ ҡына асып ҡуям. Сөнки артыҡ дымлылыҡ ауырыуҙарға килтерә.
Орлоҡ япраҡтары (семядольные листья) сыҡҡас та әле ҡапҡастарҙы алмайым, нығынғансы һаман шулай асығыраҡ көйө торалар.
Тупраҡ ҡорой башлаһа ғына һыу ҡойорға. Һиптергес (пульверизатор) менән ҡойорға яратмайым, шуға ипләп кенә балғалаҡ менән фитоспоринлы һыу ҡоям.
Күптәр: «Әгәр яһалма яҡтыртҡыс (искусственное освещение) булмаһа, үҫентеләрҙе нисек үҫтерергә?» – тип һорай.
Петунияларҙы үҫтерә башлағанда миндә лә ундай яҡтыртҡыстар булманы. Көндөҙ уларҙы тәҙрә төбөнә, һауыттың аҫтына берәй нәмә тығып, тәҙрәгә табан ҡыйшайтып ҡуя инем. Тик бәләкәй, көсһөҙ генә саҡтарында көнө буйы ҡояштан йәшерергә тура килә. Эшкә киткәндә ҡайһы тәҙрәгеҙгә ҡояш төшмәйерәк тора, шунда ҡуйып китергә онотмағыҙ. Ә төнгөлөккә һыуыҡтан һаҡлау өсөн унан алып торорға кәрәк.
Нығынып китһәләр, киреһенсә, иң һәйбәт урын ҡояшлы тәҙрә төптәре була инде. Сәскәләрҙе күберәк сәсһәгеҙ, тәҙрәгә өҫтәмә кәштәләр ҙә ҡуйырға мөмкин.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"