Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Февраль 2020, 06:52

Телеңде йоторлоҡ! Харчо, ҡабаҡ мантыйы

Ҡабаҡ мантыйы Ҡаҙ, өйрәктәрегеҙ һуйылып, эшкәртелеп, һыуытҡысҡа инеп ятты. Баҡсалағы уңыш­тарығыҙҙан консерваланған салат эшләп бөттөгөҙ. Ҡабаҡтарығыҙ һаман һаҡланалыр әле, моғайын. Әйҙәгеҙ, ҡаҙ, өйрәк ите менән ҡабаҡ мантыйы бешереп алайыҡ. 1 йомортҡа, ярты сынаяҡ ҡайнап һыуыған һыу, тоҙ, он һалып, ҡамыр баҫырға. Өйрәк йәки ҡаҙ итен, ҡабаҡты, һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, борос, тоҙ һалып бутарға. Ҡамырҙы нәҙегерәк итеп йә­йеп, эслекте һалып, мантылар эшләргә һәм махсус кәс­трүлгә һалып, 45 – 50 минутҡа бешерергә ҡуйырға.


Харчо
Харчо – грузиндарҙың милли ашы. Уны бешереү өсөн һөйәкле ит, бер нисә картуф, дөгө ярмаһы, 3 тоҙло помидор, 2 баш һуған, 1 кишер, балғалаҡ осонда ҡыҙыл борос, 2 лавр япрағы, 1 ҡалаҡ аджика, 1 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 тоҙло ҡыяр, һарымһаҡ алына.

Кишерҙе ҡырғыста ҡырып, һуғанды, помидорҙы турап, аш тәмләткестәрҙе һалып, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Ит бешеп сыҡҡас, һурпаға картуф, дөгө ярмаһы һалырға. Һуңынан тоҙло ҡыярҙы, ҡыҙҙырылған массаны ашҡа өҫтәргә. Аш бешеп сыҡҡас, һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турап, петрушка, кинзаны ваҡлап, аш өҫтөнә һалырға ла, утты һүндереп, бер аҙ тоторға. Тәмләткестәр томаланып бешеп, ашҡа һеңеп ултыра.

Фото: Т.Аманов


Читайте нас в