Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2020, 01:03

Күҙ яуын алырлыҡ күргәҙмә!

Бөрйән районы Әтек ауылы китапханаһы сәхифәһендә матур фотолар күреп, һуш китте!

Китапханасы Айгөл Баймөхәмәтова был турала бына ни тип яҙа:
- 23 февраль, Бөрйән районы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина етәкселегендә үткән "Сергетыш" проектында Әтек ауылы китапханаһында ойошторолған «Ағинәйҙәр» (етәксеһе Әлфирә Иманғолова) һәм "Кәрәҙ" ҡыҙыҡһыныусылар клубы ағзалары (етәксеһе Рәшиҙә Ғизәтуллина) ат биҙәү әйберҙәре (конная амуниция) комплектынан һәм сергетыштарҙан күргәҙмә эшләне.
Боронғо кәсепте һаҡлап ҡалған апайҙарға - Әлфирә Иманғолова, Зәмилә Ибраһимова, Сәғилә Атанғолова, Капарова Зөлфиә, Нәйлә Әбубәкирова, Көнһылыу Сөләймәнова, Клара Байморатова, Гүзәл Сәлихова , Лилиә Әхтәмоваларға рәхмәт әйтергә һәм уларҙың оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала.
Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, аңыбыҙға һеңгән әсәй-өләсәйҙәребеҙ мираҫы юйылмаҫ, ҡул эштәренә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, үҫеп килгән быуынға биреп ҡалдырыр мираҫыбыҙ һаҡланыр.
Тап шулай!
Фото: ВК-нан.
Читайте нас: