Конкурсты ойоштороусы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, проект авторы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был юлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан 500 самаһы ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан 30 еңеүсене һайлап алыуы, ай-һай, еңелдән түгел.
Конкурста 10 номинация ҡаралған. Улар буйынса өсәр призлы урын бирелә. Ә дөйөм алғанда, һәр ҡатнашыусыға ла иҫтәлекле бүләк тапшырыла.
Иң әүҙем ҡатнашыусылар, моғайын, педагогтар, күп балалы әсәләр һәм өлкән йәштәге йәмәғәт эшмәкәрҙәрелер. "Ҡатын-ҡыҙ ғалимә" номинацияһында ғына кеше әҙерәк.
"Бизнес-леди" номинацияһы буйынса ҡатнашыусылар иһә конкурстың бағыусылары булырға ла теләк белдергән. Улар башлыса күп бала тәрбиәләүсе әсәләргә бүләк бирәсәк.
Иң өлкән ҡатнашыусыға 100 йәш, иң йәшенә - 18. Бына шундай үҙенсәлекле һәм бөтә йәш категорияһын да ялмап алған был конкурс.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы ойоштороусыларҙың береһе (Халыҡтар дуҫлығы йорто ла ошо иҫәптә). Шуға ла партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева белдереүенсә, улар махсус приздарын "Ҡатын-ҡыҙ - лидер" номинацияһы еңеүсеһенә тапшырасаҡ.
Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал быйыл кемдәргә тағылыр - быныһын да 4 мартта белербеҙ. Быйыл конкурс башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ижтимағи хәрәкәтенә - 100, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы лозунгылары менән үтә.
Ҡыҫҡаһы, "Торатау" Конгресс-холында концерт, күргәҙмәләр менән сағыу, матур байрам буласаҡ. Байрамдан да бигерәк лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы күреү ҙә яҡшы кәйеф бүләк итәсәк. Килегеҙ, инеү ирекле.