Кисә төндә Урал аръяғы райондарында оло буран ҡупты
Машиналар батты, ауылдарға юл ябылды. Бына, мәҫәлән, Баймаҡ районынан Лилиә Мусина хәбәр итә һәм фото һалған: "Күгиҙелдә һеңлемдәр ауылдың иң осонда йәшәйҙәр. Буран булһа бөттө баш. Бына бөгөн дә, мәхшәр. Фотола - 14 йәшлек Инсаф Дауытбаев ҡустым бәҙрәфкә юл көрәй".Кемдә күпме ҡар яуҙы? Комментарийға бурандан һуңғы фотоларҙы һалығыҙ.