"Дондағы Ростовта "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби юлы буйынса автоуҙыш" проектының ҡатнашыусылары менән ултырыш үтте. Сара Дон башҡорттары етәксеһе Мәхмүт Сәлимов инициативаһы "Рәсәй өсөн" халыҡ фронты" йәмәғәт хәрәкәте менән уҙғарылды.
23 февраль - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған көн. Ҡатнашыусылар Шайморатов генерал һәм беҙҙең илебеҙ өсөн үҙ тормошон биргән яугирҙәрҙе тынлыҡ минуты менән иҫкә алды.
Ултырыштың тәүге өлөшөндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби юлы буйынса автоуҙыштың: Волгоград-Калач-на-Дону-Обливская - Морозовск-Тацинск-Белая Калитва - 2017, 2018 һәм "Хәтер Вахтаһы" - 2019 һөҙөмтәләре билдәләнелде. Шулай уҡ, 2020 йылда үтәсәк автоуҙыштың программаһы раҫланды.
Отчет менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы подполковник Мәхмүт Сәлимов сығыш яһаны. Отчет барышында БСТ телеканалының автоуҙыш тураһында, Волгоград һәм Ростов телевидениелары фильмы күрһәтелде.
Сараның икенсе өлөшөндә автоуҙыш ҡатнашыусыларына "Автоуҙыш ҡатнашыусыһы" миҙалдары тапшырылды. Был миҙалдар беҙҙең яҡташ Рәлиф Шакиров заказы буйынса Санкт-Петербургта ҡойолдо.
Сара сәй эсеү һәм ветерандарҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлау менән тамамланды", - тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.