Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраля 2020, 20:33

"Яугир" бирешмәй!

Ҡазан ҡалаһында спорт көрәше панкратион буйынса Волга буйы федераль округының чемпионаты һәм беренселеге тамамланды.

Командалар араһында Башҡортостандың йәштәр йыйылма командаһы 1-се урын яуланы! Өлкәндәр йыйылма командаһы икенсе урынға лайыҡ булды.
Команда еңеүенә Белорет ҡалаһының "Яугир" клубы тәрбиәләнеүселәре Эвелина Хажиева (алтын миҙал), Мөдәсир Шәрипов (алтын), Мәхмәтсәит Шәрипов та (бронза) үҙ өлөшөн индерҙе.
- Шулайтып, беҙҙең йәш спортсылар Рәсәй чемпионаты һәм беренселегенә путёвка алды! - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты тренер Абдулҡадир Нурғәлин.
Фото: А.Нурғәлин.
Читайте нас