Бөгөн Ватанды Һаҡлаусылар көнө уңайынан унда инеү бушлай. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың тарихына бәйле бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Был күргәҙмә башҡа бындай сараларҙан күпкә айырыла. Ул бөгөнгө заман техникаһының, компьютер технологияларының бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып ойошторолған. Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә арналған медиа-китап, Рәсәй тарихы менән таныштырыусы видео-яҙмалар һәм “тере” картиналар бер залдан икенсе залға күсә барған һайын үҙенә ылыҡтыра бара. Балалар ҙа, олалар ҙа уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тамаша ҡыла.