Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля 2020, 11:00

Диктантты 2 меңдән ашыу майҙансыҡта 6 телдә яҙҙылар

Кисә, 21 февралдә оло сара уҙҙы. Республиканың бар район-ҡалаларында Халыҡ-ара туған тел көнөндә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған диктант яҙҙылар. Һүрәттә: Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы педагогтары ла яҙма эштә үҙ көстәрен һынаны. Улар Баймаҡ лицей-интернатына барып диктант яҙҙы, аҙаҡтан сертификат алып һөйөндө.

Дөфөм алғанда Башҡортостанда меңләгән урында диктант яҙһалар, Рәсәйҙең ун төбәгендә 17 майҙансыҡ эшләне. Унда яҡынса 250-нән ашыу кеше диктант яҙҙы. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе Түлгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбендә генә төрлө йәштәге 56 кеше ҡатнашҡан.
Халыҡ-ара диктантҡа сит илдәр ҙә ҡушылды. Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә башҡорт телендә диктант яҙҙы.
Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына башҡорт телендә 201 кеше, татар телендә 88, мари телендә 11 кеше диктант яҙҙы.
Башҡорт дәүләт университетында – башҡортса тексты 138 кеше, рус телендәгеһен - 142, сыуашса - 32, удмуртса 27 кеше диктант яҙҙы.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас