Ярауайҙарҙы 2 миллион гектарҙа сәсеү бурысы тора, шул иҫәптән ашлыҡты – 1,35 миллион гектарҙа, ужым ашлығы 400 гектар майҙанда сәселгән.
Яҙғы баҫыу эштәрендә 12 мең трактор ҡатнашасаҡ, шуларҙың 2,2 меңе – сылбырлы типтағы.
Республика райондарында тупраҡты сәсеүгә әҙерләү өсөн баҫыуға 10 мең трактор агрегаты сыға, 4,8 мең агрегат туранан-тура сәсеүгә йәлеп ителә. Ошо техника менән сәсеүҙе 12-14 көндә тамамлау күҙ уңында тотола.
Фото: Юлай Кәримов