Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраля 2020, 10:50

«Толпар» үҫмерҙәре еңеү артынан еңеү яулай

Хоккей буйынса Рәсәй беренселегенең йәштәр лигаһында уңышлы сығыш яһаған Өфөнөң «Толпар» командаһы һуңғы дүрт осрашыуҙа дүрт еңеү яуланы.

Бигерәк тә һуңғыһында Ырымбурҙың «Сарматы» клубын 10 :1 иҫәбенә ҡыйратып, ҙур иҫәп менән еңеү яуланы. Әлегә улар Көнсәғәш конференцияһында 95 мәрәй яулап, икенсе урында килгән «Омские ястребы» үҫмерҙәренән ике мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Яҡын арала улар дүрт осрашыуын үҙ майҙанында уҙғарасаҡ. Уларға ҡунаҡҡа «Ладья» һәм «Авто» командалары килә.
Фото:ХКТолпар
Читайте нас