Шәхси беренселектә билдәле Мартен Фуркад йәнә үҙенең данлылығын иҫбатлап, сираттағы еңеүен яуланы.Хәҙер ул донъя чемпионатының 13 тапҡыр чемпионы булып һанала. Унан тыш үҙ карьераһында ун тапҡыр көмөш һәм биш тапҡыр бронза миҙалын яулай. Икенсе урынға билдәлелек яулап килгән Йоханес Бе сыҡты. Өсөнсө баҫҡысҡа Австрия спортсыһы Доминик Лардертингер күтәрелде. Был юлы беҙҙекеләрҙән Логинов һөҙөмтәгә өлгәшә алмағас, ҡалғандарҙан өмөт икеле ине. Шулай итеп Поршнев финишта 11-cе, Гараничев - 14-се, Логинов - 15-се һәм Латыпов 43-сө булды.