Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля 2020, 07:56

Закон буйынса, снюс һатыу тыйыла

Башҡортостан ҡануниәтенә индерелгән ике үҙгәреш бөгөн үҙ көсөнә инде.

Беренсеһе – балаларға снюс һатыуҙы тыйыу, икенсеһе – бәлиғ булмағандарға составында никотин булған тауар йәки тәмәке тартыуға оҡшатып яһалған ҡоролма менән изделие (кальян, электрон сигарет, тартыу һәм еҫкәү саралары) һатҡан өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, граждандарға штрафтар суммаһы – өс меңдән алып дүрт мең һумға тиклем, яуаплы вазифа биләүселәргә – 30 меңдән 40 мең һумға ҡәҙәр, юридик шәхестәргә 150 меңдән 200 мең һумға тиклем. Ҡабаттан яуаплылыҡҡа тарттырылғанда, ябай граждандарға – 4 – 5 мең һум, яуаплы вазифа биләүселәргә – 40 – 50 мең һум, юридик шәхестәргә – 200 – 250 мең һум.
Республиканың был тәжрибәһен тиҙ арала федераль кимәлдә лә ҡулланыуҙары мөмкин.
Фото:Башинформ.
Читайте нас