Иртән Кушнаренко районында ҡара-ҡаршы килгән "Volkswagen Golf" менән "Mercedes ML350" машиналары бәрелешкән.
"Volkswagen"дың 33 йәшлек водителе (ул Удмурт Республикаһынан) шунда уҡ йән биргән.
Был авария буйынса тикшереү бара.
Тәүлек эсендә 61 (!) иҫерек водитель тотолған, ике урланған автомобиль эҙләп табылған.