Был проект сиктәрендә Балтас районының Үрге Яңаҡтай ауыл хакимиәтенә ҡараған Яңы Ямурҙа ауылында балалар майҙансығы булдырыласаҡ.
Үрге Яңаҡтай ауыл хакимиәте башлығы Рәшит Мусиндың әйтеүенсә, ауыл тәүге тапҡыр ғына «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашмай. 2016 йылда бында һыу туплау башняһы урынлаштырылып, 500 метр оҙонлоҡта һыу үткәргес һуҙылған.
Быйыл ауыл халҡы йыйылыш үткәреп, балалар өсөн спорт, уйын майҙансығын алыу, төҙөлөш материалдары һатып алып, шул майҙансыҡтың биләмәһен ҡороу мәсьәләһен тикшергән. Ауыл активистары был урынлы тәҡдимде берҙәм хуплаған.
Яңы Ямурҙала күптән түгел 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылған булған.Халыҡ менән барыһын да уртаға һалып һөйләшкәндән һуң мәктәпкәсә балалар учреждениеһының янына сабыйҙарға уйнарға һәм ял итергә хәүефһеҙ урын – махсус майҙансыҡ булдырырға кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килгәндәр.