Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля 2020, 15:54

Белорет районы Ботай ауылында "Таяныс та, тоғро дуҫ та төпкөл ауылда – аттар" тип аталған ҙур сара уҙған

Ботай ауылы "Айыҡ ауыл-2019" конкурсында ҡатнаша.

Ботайҙар ҡунаҡ күреп, септә үреү, арҡан ишеү, үннек әҙерләү һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асҡан.
Сара уйын-көлкө менән аралашып, йыр-моңға күмелеп үткән.
Сара барышында "Айыҡ ауыл-2019" район конкурсына ла йомғаҡ яһалған: беренсе премияны (100 мең һум аҡсаны) Ботай ауылы алһа, икенсе премия (60 мең һум) Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына эләккән, ә 20-шәр мең һум аҡса Туҡан менән Ҡаһарман ауылдарына тәтегән.
Фото: ВК-нан.
Читайте нас