Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2020, 07:50

Яңы чемпион барыһын да ҡунаҡҡа саҡырҙы

Италияла барған биатлон буйынса донъя чемпионатында Александр Логинов еңеүсе булғас, бөтә донъя биатлонсылары уға ҡаршы ғауға ҡуптарҙы.

Йәнәһе: “Ул һәйбәт еңеүсе түгел”. “Мин уны ҡотларға йыйынмайым. Уның бындағы сығышы – исем өсөн генә. Допинг ҡулланып, ҡабат спортҡа ҡайтып чемпион булыуҙары дөрөҫ түгел”. “Ул инглизсә белмәгәс, аралашып булмай. Үҙе лә теләмәгән һымаҡ”, тине биатлон “йондоҙ”ҙары Логиновтың донъя беренселегендә еңеүсе булғас.
Матбуғат конференцияһында Логиновҡа әлегә лә шул допингҡа ҡағылышлы һорауҙар менән ябырылдылар. Еңеүсе иһә, уны контролдә тотһондар өсөн, барыһын да өйөнә саҡырып, бергә, тик айырым яҫтыҡта йоҡларға саҡырҙы.
28 йәшлек спортсы 2014 йылда допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнә һәм ғәйебе таныла. Уны ике йылға яратҡан шөғөлөнән ситләтәләр. 2016 йылда биатлонға ҡайтҡас, күптәр уны күрә алмай, дошман итеп ҡарай. Логинов шуға ла кеше араһынан ҡасып, күп ваҡыт матбуғат саралары менән һөйләшмәй, башын эйеп шөғөлөн дауам итә. Ул үҙенең тырышлығы менән хәҙер таҙа спортсы булараҡ, еңеү яуларға ныҡыша. Аяҡ салыусылар йышайған һайын, һөҙөмтәһе менән яуап бирергә тырыша. Һәм бына тырышлығы бушҡа булмай. Ул – донъя чемпионы!
Фото:ТАСС
Читайте нас