Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля 2020, 10:10

Слепцоваға ла сират етте...

Рәсәй йыйылма командаһының элекке биатлонсыһы, илебеҙ составында Олимпия уйындары чемпионы Светлана Слепцова допинг ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнеп, ике йылға спорттан ситләтелде.

33 йәшлек спортсы 2017 йылда яратҡан шөғөлөнән киткәйне. Хәҙер уның 2013 йылдан алып һөҙөмтәләре юҡҡа сыҡты. Ә инде ул иң мөһим үрҙәрен уға тиклем өлгәшә. Әйтәйек, Олимпия чемпионы булып 2010 йылда танылһа, донъя беренселегендә иһә, команда эстафетаһы составында еңеүгә өлгәшкәйне.
Шулай уҡ биатлондан киткән яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, Ольга Зайцева һәм Яна Романованың да яҙмышы хәл ителеп ята.
Фото:ТАСС
Читайте нас