Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля 2020, 17:36

Боҙҙа - ветерандар!

Бөгөн Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа хоккей буйынса ветеран командалары араһында Урал аръяғы турниры башланған.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярыштарҙа Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары командалары ҡатнаша.
Матч алдынан тантанала Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов райондың командаһына хоккей формаһының яңы комплекттарын бүләк иткән. Йылы тәндәрендә туҙһын!
Фото: ВК-лағы Хәйбулла районы хакимиәтенең сәхифәһенән.
Читайте нас