Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля 2020, 17:48

Һаулыҡ ярышы!

Бөгөн Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевола, Мәҙәниәт һәм ял паркында, район хакимиәте башлығы призына саңғы уҙышы үтте.

"Һаулыҡ ярышы"нда иң оло йәштәге саңғысы Герасимов Иван Николаевич булһа (уға 79 йәш), иң йәше - Абдул ауылынан Ибраһим Әҙеһәмов.
Ҡышҡы бәйгелә 1-се һәм 2-се урындарҙы Аҡһары ауылынан командалар яулаһа, 3-сө урынды Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһы командаһы алды.
Афарин, саңғысылар!
Фото: ВК-лағы Көйөргәҙе районы хакимиәте сәхифәһенән.
Читайте нас