Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраля 2020, 18:15

Яулаһаң да ҡыйын, яуламаһаң да ҡыйын...

Биатлондан 28 ярыш миҙал алмайбыҙ ти. Уныһы ярай, ә бына булғанын алһалар, бигерәк тә ҡыйын буласаҡ.

Яңыраҡ халыҡ-ара биатлонсылар союзы элекке билдәле Рәсәй биатлонсыһы Евгений Устюговҡа ҡарата эш асҡан. Ул тыйылған преппарат ҡулланыуҙа ғәйепләнә. Әгәр ҡулланыуы дөрөҫкә сыҡһа, беҙҙекеләр Олимпия уйындарының һуңғы миҙалдарынан мәхрүм ҡаласаҡ. Карьераһын 2014 йылда тамамлаған спортсы Ванкуверҙа яулаған шәхси “алтын”ынан һәм Сочиҙа уҙған уйындың эстафета составында алған алтын миҙалынан да ҡаласаҡ. Яулаһаң да ҡыйын, яуламаһаң да ҡыйын...
Фото:ТАСС
Читайте нас