2019 йылда ике йәшкә тиклемге балалар араһында ауырыу 56,2 процент тәшкил иткән. Сир айырыуса прививка яһатылмаған балаларҙа күҙәтелә (76,2%). Ата-әсәләрҙең балаһына прививка эшләтеүҙән баш тартыуы йә ваҡытында эшләтмәүе сирҙең таралыуына килтерә. Ә бәләкәй балалар өсөн коклюш хәүефле, сөнки башҡа ауырыуҙарға килтереүе ихтимал.
Инфекция сығанағы булып ауырыу кеше тора. Һөйләшкәндә, илағанда, ҡысҡырғанда, сөскөргәндә, йүткергәндә төкөрөктөң бәләкәй генә тамсылары аша һауанан кешегә йоға. Сир йоҡҡандан һуң тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәнсе 3 көндән алып 15 көн ваҡыт үтә. Йыш ҡына ул бронхит, отит, пневмония кеүек етди ауырыуҙарға килтерә. Ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау өсөн, балала йүтәл өйәнәге бер аҙнанан ашыу туҡтарға уйламаһа, поликлиникаға барып, бактерияға махсус анализ тапшырырға кәрәк.